Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.27 ↓

EUR 62.92 ↑

25 май, Кесе йома

Уфа   °

Башҡорт дәүләт филармонияһының фойеһы — Шүлгәнташ мәмерйәһенә, зал тирмәгә әүереләсәк

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт дәүләт филармонияһының фойеһы бер көнгә — Шүлгәнташ мәмерйәһенә, зал тирмәгә әүереләсәк, тип хәбәр иттеләр ойошманың матбуғат хеҙмәтендә. 17 декабрҙә бында «Урал батыр төнө» тип аталған ҙур этнобайрам уҙғарыла.

Проект «Урал батыр» эпосының сюжет һыҙығына нигеҙләнгән. Иң яҡшы профессиональ һәм үҙешмәкәр коллективтар, солистар үҙҙәренең һәләтен күрһәтәсәк. Улар араһында сәсәндәр, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, ҡыл-ҡумыҙҙа, думбырала уйнаусылар, өҙләү оҫталары, «Арғымаҡ», «Әссәләм», «Ятаған» төркөмдәре, Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендәге Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры, Башҡортостандың йәштәр симфоник оркестры (дирижеры Ленар Әхәмәтвәлиев) бар. Фойела китаптар, картиналар, башҡорт эпосы дисктарын һатып алырға мөмкин.

«Урал батыр төнө» киске сәғәт 6-ла башлана. Байрам республикала Әҙәбиәт йылын ябыу сиктәрендә ойошторола. Яңы проект йыл һайын үткәрелер, тип ышана ойоштороусылар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть