10 декабрь, Шәмбе

08 декабрь 2015 йыл, 15:05

Стәрлетамаҡта «Әҙәби марафон» уҙҙы

фото: Сибәғәт Рахманғолов

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Стәрлетамаҡ районында Әҙәбиәт йылына арналған «Әҙәби марафон»дың сираттағы этабы уҙҙы. Ижади делегацияны Башҡортостандың Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев етәкләне. Делегация составында шулай уҡ шағирҙар Мөнир Вафин, Лариса Абдуллина һәм Кристина Андрианова-Книга, Милли әҙәби музей хеҙмәткәре Регина Фазылова һәм Өфө ҡалаһының үҙәкләштерелгән балалар китапханалары системаһы директоры  Әлфиә Юнысова бар ине.

«Әҙәби көн»дөң программаһында Стәрлетамаҡ шағирҙары, яҙыусылары, журналистары, китапханасылары, мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында түңәрәк өҫтәл уҙғарыу, секцияла башлап яҙыусы авторҙарҙың ҡулъяҙмаларын тикшереү ҡаралғайны. «Әҙәби марафон»да ҡатнашыусылар өсөн Стәрлетамаҡ буйлап экскурсия ойошторолдо, улар көҙ көнө асылған Заманса скульптура бульварына барҙы һәм Г.К.Жуков исемендәге паркта Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының һәйкәленә сәскәләр һалды.

Йола буйынса, Республика әҙәби марафоны этабы Стәрлетамаҡ ҡалаһының Мәҙәниәт һарайында әҙәби-музыкаль кисә менән тамамланды, унда ишембайҙарға Әҙәбиәт йылының символы — Йылъяҙма-китап тапшырылды.

темалар: әҙәби марафон