3 декабрь, Шәмбе

08 декабрь 2015 йыл, 14:34

«НТВ+» телеканалы журналистары республикала йылҡысылыҡты үҫтереү тураһында тапшырыуҙар циклы төшөрә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Мәскәүҙең «НТВ+» телеканалындағы «Аттар донъяһы» программаһының ижади төркөмө Башҡортостанға килде. Журналистар республикала йылҡысылыҡты үҫтереү хаҡында тапшырыуҙар циклы әҙерләй. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

8 декабрҙә «Өфө» дәүләт завод ат һарайының (119-сы йылҡысылыҡ заводы) ярҙамсы хужалығын төшөрәсәктәр. Аҙна дауамында журналистар «Арғымаҡ» комплексына (Дүртөйлө районы), «Кушнаренко» тоҡом малы хужалығына (Кушнаренко районы), «Толпар» комплексына (Мәләүез), Х.С.Иҙиәтуллиндың фермер хужалығына (Иглин районы), Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромының ат спорт мәктәбенә барасаҡ. Бында улар тапшырыуҙар циклы өсөн кәрәкле материал туплаясаҡ.

11 һәм 12 декабрҙә ижади төркөм төбәктең Ауыл хужалығы министрлығы етәкселеге, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы вәкилдәре, спорт учреждениелары етәкселәре, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрҙәр менән осраша, тип билдәләнеләр ведомствола.