3 декабрь, Шәмбе

08 декабрь 2015 йыл, 13:12

Башҡортостанда медикаменттар, тәмәке һәм кейем-һалым ҡиммәтләнгән

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда медикаменттар, тәмәке һәм кейем-һалым ҡиммәтләнгән. Статистиктар иҫәпләүенсә, ошо йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса инфляция кимәле 2014 йылғы күрһәткестән 1,6 процентҡа юғарыраҡ. Был аҙыҡ-түлек тип һаналмаған тауарҙарға хаҡтарҙың тиҙ артыуына бәйле. Медикаменттарға, йыуыу, таҙартыу сараларына, алтын биҙәүестәргә, тәмәкегә хаҡтар 1,2-1,3 тапҡырға, электр тауарҙарының ҡайһы бер төрҙәренә — 15,1-37,8, кейем-һалымға, аяҡ кейемдәренә 11,1-27,1 процентҡа күтәрелгән.

2015 йылдың ноябрендә аҙыҡ-түлек тип һаналмаған тауарҙарға хаҡтарҙың артыуы уҙған айҙың кимәленә тап килгән (0,6 һәм 0,8 процент). Миҙгелле өҫ һәм аяҡ кейемдәренең — 1,4-5,6, шәхси гигиена предметтарының 1,9-4,9 процентҡа ҡыйбатланыуы күҙәтелгән. Шуның менән бергә бер айҙа алтын биҙәүестәргә хаҡтар 2,9 процентҡа төшкән, ә медикаменттарға хаҡтар индексы 98,2 проценттан алып (глицин) 107,7 процентҡа тиклем (офтан катахром) үҙгәргән. Дизель һәм газ-мотор яғыулығы (2,9-3,8 процентҡа), Рәсәйҙә йыйылған сит ил маркалы еңел автомобилдәр (2,5), тәмәке (2,4) ҡиммәтләнгән, тип билдәләнеләр статистик ведомствола.