5 декабрь, Дүшәмбе

08 декабрь 2015 йыл, 11:45

Республика вәкиле — «Абилимпикс Рәсәй-2015» инвалидтар өсөн һөнәри оҫталыҡ чемпионаты призеры

фото: Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайты

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан вәкиле «Абилимпикс Рәсәй-2015» инвалидтар өсөн тәүге һөнәри оҫталыҡ чемпионаты призеры булды. Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһы ағзаһы Гүзәл Иҫәнбаева «Тегенсе» номинацияһында өсөнсө урын яуланы, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ноябрҙә Салауат ҡалаһында уҙған һайлап алыу ярыштарында Гүзәл бер юлы ике призлы урын алды («Тегенсе» һәм «В» категориялы автотранспорт йөрөтөү» номинацияларында икенсе һәм өсөнсө урындар).

«Абилимпикс-Рәсәй 2015» һөнәри оҫталыҡ чемпионаты Мәскәү өлкәһендә ойошторолдо, унда 27 төбәктән 300 ҡатнашыусы килде. Улар өс көн буйына Красногорскиҙа «Крокус-Экспо» күргәҙмәләр үҙәге майҙанында 30 йүнәлеш буйынса ярышты.

«Был чемпионат бер кемдең дә мөмкинлектәре сикле булмауын күрһәтә. Дизайнерҙар, ашнаҡсылар, парикмахерҙар, иретеп йәбештереүселәр — барыһы ла бер урында», — тип билдәләне «Абилимпикс Рәсәй» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошманың президенты Лидия Фролова.

Еңеүселәр милли йыйылма команда составында киләһе йылдың мартында Францияның Бордо ҡалаһында үтәсәк «Абилимпикс» IX халыҡ-ара чемпионатында Рәсәй исеменән сығыш яһай.

Ярыштарҙан тыш, чемпионат сиктәрендә инвалидтарҙың йәмғиәттә берләшеүенә, белем алыу мөмкинлегенә, эшкә урынлаштырыуға һәм хеҙмәтте һаҡлау үҙенсәлектәренә арналған түңәрәк өҫтәлдәр һәм дискуссия майҙансыҡтары ойошторолдо.