Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Хөкүмәтендә бурыстар билдәләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәтендә бурыстарҙы билдәләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, республика Башлығы Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегенә етәкселек итә, Рәсәйҙең башҡарма власть органдары менән мөнәсәбәттәрҙә, Рәсәй төбәктәре, шулай уҡ тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙә Хөкүмәт исеменән сығыш яһай, хөкүмәт-ара килешеүҙәр төҙөй.

Башҡортостан Хөкүмәте вәкәләттәре сиктәрендә Рөстәм Хәмитов Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы, Рәсәйҙең Оборона министрлығы ойошмалары, Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы, Рәсәй Граждандар оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм бәлә-ҡазалар эҙемтәһен бөтөрөү буйынса министрлығының баш идаралығы, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы, Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы, Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы, Федераль таможня хеҙмәтенең Башҡортостан таможняһы, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиллеге, Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы, Суд департаментының Башҡортостандағы идаралығы эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе ҡарай. Төбәк Башлығы судтар һәм прокуратура органдары менән үҙ-ара килешеп эш итә, шулай уҡ Башҡортостан ҡануниәтендә билдәләнгән башҡа вәкәләттәрҙе тормошҡа ашыра. Бынан тыш, республика етәксеһенең бурыстары исемлегенә Башҡортостанда мобилизация әҙерлегенә һәм мобилизацияға етәкселек итеү өҫтәлде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть