Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Синоптиктар төбәктә ҡар яуыуын, буран сығыуын фаразлай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Аҙнаның тәүге көндәрендә синоптиктар епшек ҡар, ямғыр яуыуын фаразлай. Буран сығыуы, көнбайыштан иҫкән елдең тиҙлеге секундына 20-25 метрға тиклем көсәйеүе, епшек ҡарҙың сымдарға, ағастарға һырыуы, юлдарҙы көрт баҫыуы көтөлә. Дүшәмбе, 7 декабрҙә, һауа температураһы төндә 0-5 градус һалҡын буласаҡ. Шишәмбе, 8 декабрҙә, — көслө ел, термометр бағанаһы 1 градус йылы, 4 градус һалҡын күрһәтәсәк.

Атмосфера баҫымының күтәрелеүе менән яуым-төшөм кәмейәсәк, һауа температураһы түбәнәйәсәк, тип хәбәр итә Башгидромет. Шаршамбы, 9 декабрҙә, төндә 4-9 градус һалҡын, аяҙайтҡанда 14 градусҡаса һыуытасаҡ, көндөҙ 1-6 градус һалҡын.

Рәсәй Гидромет үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, декабрҙең тәүге декадаһында уртаса һауа температураһының күп йыллыҡ дәүмәлдән 5 градусҡа юғары булыуы көтөлә, был осор өсөн норма — 9 -1 градус һалҡын. Айҙың уртаһында илдең Европа өлөшөндә һыуыҡтар башлана, тип хәбәр итә «Интерфакс».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть