5 декабрь, Дүшәмбе

07 декабрь 2015 йыл, 17:16

Moody’s халыҡ-ара агентлығы «Башнефть» буйынса күҙаллауҙы яҡшыртты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Бөгөн Moody’s халыҡ-ара рейтинг агентлығы корпоратив һәм «Башнефт»тең дефолт ихтималлығы рейтингтары буйынса күҙаллауҙы «кире» кимәленән «тотороҡло» кимәленә күтәрҙе. Бер үк ваҡытта Moody’s ошо рейтингтарҙы Ba1 һәм Ba1-PD кимәлендә раҫланы. Был хаҡта, Moody’s агентлығының белдереүенә һылтанма яһап, «Башнефть» компанияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

2015 йылдың 3 декабрендә Moody’s илдең тышҡы финанстары менән хәлдең тотороҡланыуын иҫәпкә алып, Рәсәйҙең дәүләт облигациялары (Ba1) рейтингы буйынса күҙаллауҙы «кире»нән «тотороҡло»ға үҙгәрткәндән һуң ошо рейтингтар билдәләнде.