Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә танылған рәссам Михаил Нестеровҡа һәйкәл асыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

11 декабрҙә Өфөлә танылған рәссам, һынлы сәнғәт академигы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт дәүләт художество музейына нигеҙ һалыусы Михаил Нестеровҡа һәйкәл асыу тантанаһы була. Сара Евразия гуманистик форумы сиктәрендә уҙа. Тантана иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.

Һәйкәл М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы биләмәһендә ҡуйылған. Уны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Николай Калинушкиндың (1948-2004) эскизы буйынса Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фирдант Нуриәхмәтов етәкселегендәге ижади төркөм эшләгән. Бронза һәйкәлдең бейеклеге — 3,6 метр.

Башҡорт дәүләт художество музейында 12 меңдән ашыу экспонат, шул иҫәптән Михаил Нестеров әҫәрҙәренән тупланған ҙур коллекция бар. 1954 йылдан алып музей үҙенә нигеҙ һалыусының исемен йөрөтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть