10 декабрь, Шәмбе

07 декабрь 2015 йыл, 16:16

Республикала яҙғы баҫыу эштәрен башҡарыуға 8 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәрен башҡарыуға 8 миллиард һум самаһы аҡса кәрәк. Йәғни хаҡтарҙың күтәрелеүе һәм ашламаларҙы, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын ҡулланыуҙы арттырыу иҫәбенә сығымдарҙың 20 процентҡа үҫеүе көтөлә. 4 декабрҙә республика Хөкүмәте йортонда уҙған видеоселектор кәңәшмәһендә төбәктең ауыл хужалығы министры урынбаҫары Илдар Насиров ошо хаҡта һөйләне.

«Сәсеү майҙаны 3 миллион 141 мең гектар тәшкил итәсәк. Шуның 2 миллион 20 мең гектарында яҙғы культуралар, шул иҫәптән 1 миллион 307 мең гектарҙа — яҙғы бойҙай, 51,6 мең гектарҙа — шәкәр сөгөлдөрө, 206 мең гектарҙа — көнбағыш, 34 мең гектарҙа рапс, соя, етен, гәрсис, шипкән, 105,2 мең гектарҙа картуф, йәшелсә сәсеү ҡаралған (2015 йылға 100 процент)», — тип билдәләне министр урынбаҫары.

Ул урындарҙа сәсеү майҙандарының структураһын яңынан ҡарап сығырға һәм планлаштырғанда кукуруз майҙандарын ашлыҡҡа арттырырға, ҡуҙаҡлылар, шәкәр сөгөлдөрөн сәсеүгә иғтибар итергә саҡырҙы. Илдар Насиров республика Хөкүмәте раҫлаған ремонт эштәрен тамамлау графигын да иҫкә төшөрҙө. 2015-2016 йылдарҙағы ремонт эштәре миҙгеле барышында республиканың ауыл хужалығы предприятиеларында һәм МТС-да 14 400-ҙән ашыу берәмек ауыл хужалығы техникаһын, йөк машиналарын һәм бик күп тупраҡ эшкәртеү, сәсеү машиналарын, ҡоралдарҙы ремонтлау ҡаралған.