3 декабрь, Шәмбе

07 декабрь 2015 йыл, 15:13

Башҡорт дәүләт университеты Көньяҡ Африка университеты менән хеҙмәттәшлек итәсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университеты Көньяҡ Африка университеты менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Көньяҡ Африка профессорының Башҡорт дәүләт университетына сәфәре барышында ошо хаҡта килешеү төҙөлдө. БДУ ректоры Николай Морозкин һәм Аджай Кумар Мишра хеҙмәткәрҙәр, студенттар менән алмашыу тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйҙы. Яҡтар уңышлы хеҙмәттәшлеккә ышаныс белдерҙе.

Сит ил ҡунағы билдәләүенсә, Көньяҡ Африка университеты Рәсәй менән бәйләнештәрҙе яйға һалыу менән ҡыҙыҡһына. Башҡорт дәүләт университеты нанотехнологиялар өлкәһендәге мөһим асыштар өсөн һайлап алынған.

Башҡорт дәүләт университетына сәфәре сиктәрендә Аджай Кумар Мишра студенттар, аспиранттар һәм уҡытыусыларға «Ағып төшә торған һыу өсөн аҡыллы экологик яҡтан таҙа материалдар» һәм «Нанокомпозиттар: экологик яҡтан таҙа материалдар» темаларына ике лекция уҡыны.

Белешмә. Көньяҡ Африка Республикаһы вуздары студенттарының өстән бер өлөшө (130 илдән 300 мең самаһы) Көньяҡ Африка университетында белем ала. Бөйөк Британия, Бельгия, Япония һәм башҡа илдәрҙең университеттары менән студенттар менән алмашыу һәм берлектәге тикшереүҙәр буйынса әүҙем эш алып  бара.