Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Васфи Баһауетдиновтың мәйетен ер ҡуйынына тапшырҙылар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Дүртөйлө районының Етембәк ауылында 1943 йылдан бирле хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән Васфи Баһауетдиновты һуңғы юлға оҙаттылар. Уның мәйетен ноябрь айында Карель муйынында Санкт-Петербургтың «Ҡара бушлаттар» эҙәрмән отряды тапҡан.

Матәм сараһында район хакимиәте башлығы Ринат Хәйруллин, Башҡортостандың Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү һәм уларҙы хеҙмәткә әҙерләү үҙәге директоры Гурий Поляков, ветеран ойошмалары вәкилдәре, һәләк булыусының туғандары, ауыл халҡы ҡатнашты. Яугир 75 йыл элек фронтҡа киткән тыуған Етембәк ауылы зыяратында ерләнде.  

Ҡыҙылармеецты табырға Башҡортостандың Хәтер китабы ярҙам иткән. Унда Васфи Баһауетдинов тураһында мәғлүмәттәр бар, ул 1943 йылда хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Ул — «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте»нең төбәк бүлексәләре тапҡан һәм һуңғы алыш урынынан Башҡортостанға ҡайтарылған 13-сө ҡыҙылармеец.

Сара һуңында республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, «Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте»нең төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Волков урындағы мәктәп уҡыусылары өсөн класс сәғәте үткәрҙе, балаларға республиканың эҙәрмән отрядтары һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары хаҡында һөйләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть