5 декабрь, Дүшәмбе

07 декабрь 2015 йыл, 12:59

Баш ҡала студенткаһы «Мисс Азия-Себер 2015» халыҡ-ара конкурсында еңеү яуланы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Мисс Башкортостан» агентлығы моделе, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенткаһы Гөлназ Шәмсетдинова «Мисс Азия-Себер 2015» халыҡ-ара матурлыҡ һәм таланттар конкурсында еңеү яуланы. Конкурстың финалы 6 декабрҙә Красноярск ҡалаһында уҙҙы.

Бәйгенең үҙенсәлеге шунда: бында ҡыҙҙарҙың һылыулығы түгел, туған халҡының милли традициялары, мәҙәниәте һәм рухи ҡиммәттәре менән таныштырыу оҫталығы мөһим. Быйыл төп титул өсөн төбәк этабында еңеүселәр, Тыва, Бүрәт Республикаһы, Саха (Яҡут) Республикаһы, Хакасия, Корея, Шория, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Татарстан, Украина, Польша моделдәре алышты.

Башҡортостандан конкурста Гөлназ Шәмсетдинова, Рита Мөхәмәтйәнова һәм Лира Ғәзизова ҡатнашты.

Былтыр ҙа еңеүсе тажын Башҡортостан вәкиле — Айгөл Сафина яулағайны.