5 декабрь, Дүшәмбе

07 декабрь 2015 йыл, 12:14

Өфө яҙыусыһы Камил Йыһаншин — Рәсәйҙең Ҙур әҙәби премияһы финалсылары иҫәбендә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Людмила Кузьмина/. Танылған Өфө яҙыусыһы Камил Йыһаншин «Алдан алтыны» роман-дилогияһы өсөн Рәсәйҙең ҙур әҙәби премияһы финалсылары иҫәбенә инде. Был әҫәр илебеҙҙә генә түгел, унан ситтә лә билдәлелек яулаған. Тәүге тапҡыр Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Алдан алтыны» китабы Мәскәүҙә лә баҫылып сыҡты. 2012 йылда ошо романы өсөн яҙыусы Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына, һуңынан тағы бер нисә әҙәби наградаға лайыҡ булды.

«Алдан алтыны» дилогияһында рус православие сиркәүенең бүленеү тарихы һәм властарҙың эҙәрлекләүенән ҡасып Забайкалье крайына күсеп килгән иҫке ҡарашлы общинаның яҙмышы хаҡында бәйән ителә. Ошо әҫәр буйынса мауыҡтырғыс сериал да төшөрөргә мөмкин, сөнки унда һүрәтләнгән ваҡиғалар бик ҡыҙыҡлы.

Быйылғы Рәсәйҙең ҙур әҙәби премияһы исемлегенә илдең төрлө төбәктәренән 19, шул иҫәптән Мәскәүҙән ете яҙыусы инде. Камил Йыһаншин — ошо исемлектә Башҡортостандан берҙән-бер автор.

Рәсәйҙең ҙур әҙәби премияһы 2000 йылда булдырылған. Ошо йылдар эсендә Башҡортостандан ике яҙыусы Рәсәйҙең иң әһәмиәтле премияһы лауреаты булды: 2006 йылда — «Мы – русские!» китабы өсөн Михаил Чванов, 2012 йылда «Ҡытай-город» әҫәре өсөн Әмир Әминев алды.

Ҙур әҙәби премия финалсылары исемлеге менән Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы сайтында танышырға мөмкин.

темалар: әҙәби премия