Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Йәш пианист Чайковский исемендәге халыҡ-ара конкурста Башҡортостан исеменән сығыш яһай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 7 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөләге урта махсус музыка колледжы уҡыусыһы Тимофей Владимиров Петр Чайковский исемендәге IX халыҡ-ара конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Бөйөк рус композиторы Петр Ильич Чайковскийҙың тыуыуына 175 йыл тулыуға арналған конкурс тәүге тапҡыр Новосибирск ҡалаһында асылды. Унда 23 илдән: Рәсәй, Әрмәнстан, Азербайжан, Украина, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Бөйөк Британия, Франция, Италия, Германия, Австрия, Люксембург, Дания, Хорватия, Румыния, Корея, Ҡытай, Япония, Монголия, АҠШ, Канада, Израиль һәм Австралиянан 127 йәш музыкант ҡатнаша.

Финалсылар Новосибирск академик симфоник оркестры һәм Беларусь Республикаһының Дәүләт академик симфоник оркестры оҙатыуында сығыш яһай. Еңеүселәр 15 декабрҙә иғлан ителә.

Петр Чайковский исемендәге халыҡ-ара конкурс – 17 йәшкә тиклемге музыканттар өсөн ҙур һөнәри бәйге. Конкурс фортепиано, скрипка, виолончель белгеслектәре буйынса уҙғарыла.

Тимофей Владимиров — республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, «Щелкунчик» йәш музыканттарҙың XIV халыҡ-ара телевизион конкурсы дипломанты, Башҡортостан Башлығы стипендиаты, «Рәсәйҙең һәләтле балалары» проекты еңеүсеһе, Владимир Спиваковтың халыҡ-ара хәйриә фонды стипендиаты. Тимофей урта махсус музыка колледжында билдәле педагог, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Татьяна Погодина класында уҡый. Тимофей Владимиров 10 йәшенән үк Мәскәү, Санкт-Петербург, Ырымбур, Вологда һәм Мантаа (Финляндия) ҡалаларының иң яҡшы концерт залдарында сығыш яһай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть