9 декабрь, Йома

04 декабрь 2015 йыл, 18:10

Өфөлә Башҡорт драма театры тыуған көнөн «Йософ һәм Зөләйха» спектакленә әҙерлек менән билдәләй

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн, 4 декабрҙә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 96-сы тыуған көнөн билдәләй. Ошо иҫтәлекле көндә театрҙа эш ҡайнай, 19 декабрҙә буласаҡ «Йософ һәм Зөләйха» спектакленең премьераһына әҙерлек бара.

Спектакль Көнсығыш халыҡтарының әҙәби-фольклор ҡомартҡыһына әүерелгән боронғо легендаға нигеҙләнгән. Йософ хаҡындағы сюжетҡа төрлө илдәрҙең бик күп яҙыусылары һәм шағирҙары мөрәжәғәт иткән. Урта быуаттарҙа йәшәгән Ҡол Ғәлиҙең «Ҡиссаи Йософ» поэмаһы буйынса драматик әҫәрҙе танылған татар яҙыусыһы һәм драматургы Юныс Сафиуллин әҙерләгән. Жанры музыкаль риүәйәт тип билдәләнгән.

Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры — театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов. Рәссам Альберт Нестеров — сәхнә биҙәлеше, хореограф Сулпан Асҡарова пластика өсөн яуап бирә, композиторы — Урал Иҙелбаев.

— Тәүҙә мюзикл күҙ уңында тотолғайны, әммә драма театры булараҡ музыкаль риүәйәт сәхнәләштерергә булдыҡ. Әлегә 11 йырыбыҙ бар. Актерҙар тере тауышҡа йырлай. Спектаклдә Көнсығыш көйҙәре яңғырай, — тине композитор Урал Иҙелбаев.

Йософ ролен тамашасыларға Аҡъегет («Ай тотолған төндә»), Ҡара юрға («Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға») образдары һәм башҡа ролдәре аша таныш булған йәш популяр актер Руслан Хайсаров башҡара. Зөләйханы һәр составта өсәр актриса: Алһыу Ғәлина — Ирада Фазлаева — Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Эльвира Юнысова — Нурия Ирсаева — Лилиә Ғәлина уйнай. Күмәк сәхнәләрҙә өс тиҫтәгә яҡын актер ҡатнаша.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йософ һәм Зөләйха» спектакле 2015 йылда театр, музыка, хореография, һынлы сәнғәт һәм кинематография өлкәһендә әһәмиәтле ижади проекттар өсөн булдырылған Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булды.

темалар: театр, премьера