4 декабрь, Йәкшәмбе

04 декабрь 2015 йыл, 17:06

Төбәктә Европа реставраторын Шүлгәнташ мәмерйәһендә хәҙерге рәсемдәрҙең күп булыуы ғәжәпләндергән

фото: Олег Яровиков, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы ғилми-етештереү үҙәге

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Шүлгәнташ мәмерйәһенә халыҡ-ара экспедиция барышында ғалимдар туристар ҡалдырған рәсемдәрҙе һәм яҙыуҙарҙы таҙартты. Ун көн буйына Европа һәм Рәсәй ғалимдары, шулай уҡ Мәҙәниәт министрлығының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге, «Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре мәҙәни мираҫ объекты стенаһындағы яҙыуҙарҙы юйҙы. 14 квадрат метр майҙан таҙартылды.

«Эш барышында юйылған граффити аҫтында бер нисә ҡыҙыл тап асыҡланды. Һис шикһеҙ, был — һынлы сәнғәт, — тине реставратор Антон Эудаль Гийаме. — Уларҙы билдәләү мөмкин түгел, сөнки улар яртылаш кальцит ҡатламы менән ҡапланған. Быға археологтар ғына аныҡ яуап бирә ала». Яҙыуҙарҙың ниндәй дәүергә ҡарағанлығы 2016 йылдың июнендә Башҡортостанда үтәсәк ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәрҙе реставрациялау мәсьәләләренә арналған Халыҡ-ара симпозиум сиктәрендә иғлан ителәсәк.

Белгес билдәләүенсә, палеолит дәүере һүрәттәрен һаҡлауҙың иң яҡшы ысулы — мәмерйәләге климатты контролдә тотоу һәм объектты һаҡлап ҡалыу буйынса башҡа саралар. «Донъялағы ошоға оҡшаш, мәҫәлән, Франциялағы Шове, Ласко, Руфиньяк, Испаниялағы Альтамира мәмерйәләре туристар өсөн ябыҡ. Мәмерйәләрҙең күсермәләре бар, улар янында музейҙар булдырыла. Шүлгәнташ мәмерйәһе микроклиматына туристар ағымының йоғонтоһон асыҡлау мөһим, кәрәк икән, уны ябырға, йә булмаһа килеүселәр һанын кәметергә», — тине Гийаме.

Бөрйән районы биләмәһендә музей комплексын төҙөү үҙенсәлекле мәҙәни объектты һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә алыр ине. Ғилми-етештереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре донъялағы боронғо мәмерйәләрҙең тәжрибәһен өйрәнеп, музейҙың архитектур проектын тәҡдим итте.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы музейҙың иң яҡшы архитектур проектына конкурс ойоштора. Уға киләһе йылдың февралендә йомғаҡ яһала. Комплексты ике-өс йылда төҙөү ҡаралған.

«Йәй көнө Испания, Франция музейҙары етәкселәре ҡатнашлығында халыҡ-ара симпозиум үткәрергә, ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе реставрациялау проблемаларын күтәрергә, төбәктә туризды үҫтереүҙе тикшерергә ниәтләйбеҙ», — тип билдәләне ғилми үҙәктең директоры Данир Ғәйнуллин.