9 декабрь, Йома

04 декабрь 2015 йыл, 16:05

Республикала 19 меңдән ашыу ун беренсе класс уҡыусыһы йомғаҡлау иншаһын яҙҙы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда 19 меңдән ашыу ун беренсе класс уҡыусыһы йомғаҡлау иншаһын яҙҙы. Уның һөҙөмтәләре Берҙәм дәүләт имтиханына инеү хоҡуғын бирә.

Ижади эштәрҙең темалары һәр сәғәт бүлкәте өсөн айырым. Улар имтихан башланыуға 15 минут ҡалғас билдәле булды. Республика уҡыусыларына түбәндәге темалар тәҡдим ителде: Һәр дәүерҙә кешене ниндәй һорауҙар борсой? «Йорт» һәм «Ватан» төшөнсәләре бер-береһе менән нисек бәйләнгән? Нимә ул «тормошҡа һөйөү»? Бөйөк маҡсатҡа ирешеү өсөн бөтә алымдар ҙа яҡшымы? Ни өсөн ҡайһы бер китаптарҙы кешеләр ҡабаттан уҡый?

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән, шулай уҡ иректән мәхрүм итеү учреждениеларында уҡыусылар «Минең сәйәхәттәрем» темаһына изложение яҙҙы. Уларҙың һаны 250-нән ашыу ине.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, имтихан штат режимында уҙғарылған, хоҡуҡ боҙоуҙар булмаған.

Яҡынса һөҙөмтәләр 10 декабрҙә билдәле буласаҡ.

Насар билдә алған, шулай уҡ кисерерлек сәбәптәр буйынса йомғаҡлау иншаһына килмәгән йәки уны яҙып бөтмәгән уҡыусылар 2016 йылдың 3 февралендә һәм 4 майында уны ҡабаттан яҙа ала.