7 декабрь, Шаршамбы

04 декабрь 2015 йыл, 15:16

Башҡортостанда йомортҡа һәм картуф ҡиммәтләнгән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылдың 23 ноябренән 30-на тиклем тауыҡ йомортҡаһы 2,6 процентҡа (уның тиҫтәһе уртаса 56,55 һум тәшкил иткән), картуф — 2,5 (17,16), аҡ күсәнле кәбеҫтә 1,3 процентҡа (19,93) ҡиммәтләнгән. Тауыҡ итенә (122,5), икмәккә (41,01) һәм онға (30,16) хаҡтар 0,1 процентҡа күтәрелгән.

Балыҡтың (135,99), вермишелдең (45,40) һәм сусҡа итенең (252,70) хаҡы үҙгәрмәгән тиерлек. Шәкәр ҡомо (47,59) 3 процентҡа, тары ярмаһы (31,31), ҡара бөртөклө сәй (629,09) һәм алма (73,91) 0,7 процентҡа арзанайған.