3 декабрь, Шәмбе

04 декабрь 2015 йыл, 14:44

Өфө сәнғәт академияһында Асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 11 декабрҙә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында Асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла. Иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем республиканың төп ижади юғары уҡыу йортонда абитуриенттар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн белгеслек һәм йүнәлештәр буйынса консультациялар ойошторола. Көндөң тәүге яртыһында теләгән һәр кем «Изге юлға!» IV ансамблдәр оҫталығы конкурсын ҡарай ала.

Һорауҙар менән ҡабул итеү комиссияһына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Адресы: Ленин урамы, 14, телефон: 276-19-36. Музыка факультеты: 273-45-91, башҡорт музыкаһы факультеты: 272-40-26, ситтән тороп уҡыу бүлеге: тел.: 272-27-60; икенсе корпустың адресы: Цюрупа урамы, 9, театр факультеты: 272-24-31, һынлы сәнғәт факультеты: 276-47-29. Тулыраҡ мәғлүмәт — вуздың сайтында.

Өфө дәүләт сәнғәт академияһының дүрт факультетында (музыкаль, театр, һынлы сәнғәт һәм башҡорт музыкаһы) 20 белгеслек буйынса студенттар әҙерләйҙәр. Сәнғәт академияһында буласаҡ музыканттар, дирижерҙар, артистар, хор етәкселәре, композиторҙар, йырсылар, актерҙар, режиссерҙар, рәссамдар, дизайнерҙар уҡый. Уны тамамлаусылар республикала, Рәсәйҙә, сит илдәрҙә театрҙарҙа, музыка учреждениеларында, сәнғәт һәм мәҙәниәт уҡыу йорттарында, радиола һәм телевидениела эшләй. Көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлегенә ҡабул итеү ойошторола, ҡайһы бер белгеслектәр өсөн әҙерлек төркөмдәре бар.