11 декабрь, Йәкшәмбе

04 декабрь 2015 йыл, 12:58

Башҡортостанда эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәле 9197 һум тәшкил иткән

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән 2015 йылдың III кварталында халыҡтың йән башына йәшәү минимумы 8643 һум күләмендә билдәләнгән. Эшкә һәләтле халыҡ өсөн ул — 9197, пенсионерҙарға — 7037, балаларға 8653 һумға тиң.

Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ағымдағы йылдың II кварталы менән сағыштырғанда III кварталда йәшәү минимумы дәүмәле 333 һумға (3,7 процент), эшкә һәләтле халыҡ өсөн — 352 (3,7), пенсионерҙарға — 284 (3,9), балаларға 323 (3,6) һумға кәмегән.

Быға август һәм сентябрь айҙарында миҙгелле йәшелсәгә, картуфҡа хаҡтарҙың төшөүе йоғонто яһаған. Ҡулланыусы кәрзинендә аҙыҡ-түлектең хаҡы 0,7 процентҡа кәмегән, аҙыҡ-түлек тип һаналмаған тауарҙарҙың (0,3) һәм түләүле хеҙмәттәрҙең (0,4) хаҡтары артҡан.