Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Төркиәгә ҡарата санкциялар инфляцияла аҙ ғына сағылыш табасаҡ — Рәсәй Банкы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Рәсәй банкының баһалауы буйынса, йыл аҙағына тиклем — 2016 йылдың башында инфляцияның 0,2-0,4 процентҡа артыуы ихтимал. Эмбаргоның инфляцияның уртаса срокка иҫәпләнгән күҙаллауына йоғонтоһо әллә ни ҙур булмаясаҡ. Сикләү ҙә түләү балансына һәм тулайым эске продукт динамикаһына тәьҫир итмәйәсәк.

Үҙәк банктың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ҡайһы бер аҙыҡ-түлек баҙарҙарында Төркиәнән индереү тыйылған продукттарҙың өлөшө һиҙелә. Әммә тәьмин итеүселәрҙең продукция ташыу географияһын үҙгәртеү өсөн ваҡыты бар. Шулай уҡ күп нәмә санкцияға эләккән аҙыҡ-түлекте икенсе илдән килтереүҙе ойоштороуға бәйле буласаҡ.

30 ноябрҙә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев 2016 йылдың 1 ғинуарынан Төркиәнән Рәсәйгә индереү тыйылған ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек исемлеген раҫланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть