Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Республика йәшелсәселәренә урындағы баҙарҙа ныҡлы позиция биләү мөмкинлеге барлыҡҡа килде – Ауыл хужалығы министрлығы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан йәшелсәселәре өсөн урындағы баҙарҙа ныҡлы позиция биләү мөмкинлеге булдырылған. Ведомство министры урынбаҫары Илдар Насиров республиканың йәшелсә үҫтереүселәре менән кәңәшмәлә ошо хаҡта белдерҙе.

Төбәк Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республикала йәшелсә етештереүҙе арттырыуға ҡарамаҫтан, элеккесә төбәктә уларға ҡытлыҡ күҙәтелә.

«Бөгөн, геосәйәси хәлде иҫәпкә алып, йәшелсәселәр өсөн урындағы баҙарҙа ныҡлы позиция биләү мөмкинлеге булдырылған. 2016 йылда илдә йәшелсәселекте үҫтереүгә федераль бюджеттан 15 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтеү күҙаллана, шуның 3,1 миллиарды – теплицалар төҙөүгә һәм уларҙы яңыртыуға, 1,5 миллиарды — йәшелсә һаҡлағыстар төҙөүгә», — тип билдәләне Илдар Насиров.

Министр урынбаҫары һүҙҙәренсә, төбәктең йәшелсә үҫтереүселәре алдында йыл әйләнәһенә халыҡты етерлек күләмдә сифатлы йәшелсә менән тәьмин итеү бурысы тора.

Республиканың ҙур теплица комплекстары вәкилдәре уларҙың һәр береһенең эш планы булыуын билдәләне. Быйыл өс гектар ҡышҡы теплица төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған. Ике проект агросәнәғәт комплексы объекттарын төҙөү һәм яңыртыуға киткән сығымдарҙы ҡаплау программаһы буйынса һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн тәҡдим ителгән. Киләһе йылда 12 гектар самаһы сәнәғәт теплицаларын файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть