Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархы Кирилл менән осрашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 4 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

3 декабрҙә Кремлдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархы Кирилл менән осрашты.

Әңгәмәлә Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон һәм Мәскәү Патриархияһында эштәр менән идара итеүсенең беренсе урынбаҫары епископ Воскресенский Савва ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы Өфөләге Изге Богородица сиркәүендә төҙөкләндереү эштәренең тамамланыуы хаҡында хәбәр итте, шулай уҡ Патриарх Кирилды Башҡортостанға саҡырҙы. Патриарх саҡырыуҙы ҡабул итте. Сәфәр 2016 йылдың йәйенә планлаштырылған.

Һуңынан Башҡортостандағы конфессия-ара мөнәсәбәттәр тикшерелде.

– Беҙ һәйбәт эшләйбеҙ. Төбәктә ҡаршылыҡтар, конфликттар юҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ рухи һәм матди яҡтан бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, сөнки сиркәүҙәрҙе тергеҙергә кәрәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть