8 декабрь, Кесе йома

03 декабрь 2015 йыл, 18:26

Рөстәм Хәмитов: «Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһе – киләсәккә эш ҡеүәте биреүсе мөһим документ»

фото: Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 3 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһау тантанаһында ҡатнашты.

«Мөрәжәғәтнамә, нигеҙҙә, ил ҡоролошо, иҡтисадты үҫтереү, ресурстар, финанстар йәлеп итеү мәсьәләләренә арналды, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һәр ваҡыттағыса, Мөрәжәғәтнамә – киләсәккә эш ҡеүәте биреүсе мөһим документ. Республикабыҙҙа уның төп положениеларын тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ».

Республика Башлығы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа, ауыл хужалығына ярҙам күрһәтеүҙе, мәғариф, йәштәр менән эшләү мәсьәләләрен Мөрәжәғәтнамәнең мөһим положениелары булыуын билдәләне.

«Тәү сиратта бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙе дауам итергә, административ кәртәләрҙе кәметеү йәһәтенән эшләргә кәрәк. Икенсенән, ауыл хужалығына ярҙам. Бер кемгә лә бәйле булмау өсөн импортты алмаштырыу, аҙыҡ-түлекте үҙебеҙҙә етештереү мәсьәләләре буйынса эшләү мөһим, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Өсөнсөһө – белем биреү, йәштәр менән эш. Бөгөн йәштәрҙә илһөйәрлек рухы тәрбиәләү, рухи сығанаҡтарға ҡайтыу мөһим була бара. Ауыр булһа ла, ошо эште башларға кәрәк».

Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, демография мәсьәләләре лә мөрәжәғәтнамәлә ҙур урын биләй.

«Беҙ ҡаҙаныштарыбыҙҙы ла, етешһеҙлектәребеҙҙе лә беләбеҙ. Үлемде кәметеү өсөн нисек эшләргә кәрәклеген аңлайбыҙ. Бөгөн был төп бурыс, – тине Рөстәм Хәмитов. – Быйыл республикала тыуыусылар һаны үлеүселәр һанынан күберәк буласаҡ. Ләкин һаулыҡ һаҡлауҙың сифатын арттырыу өҫтөндә эште дауам итеү зарур. Был бик ҡатмарлы эш».

Башҡортостан Башлығы әсәлек капиталы программаһының оҙайтылыуын да хупланы.