3 декабрь, Шәмбе

03 декабрь 2015 йыл, 17:29

Өфөлә 40 предприятие етәксеһе нефть һәм газ машиналары эшләүҙә, төҙөлөш тармағында кластерҙар булдырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә 40 предприятие етәксеһе нефть һәм газ машиналары эшләүҙә, төҙөлөш тармағында кластерҙар булдырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Килешеүгә ҡул ҡуйыу сараһы 3 декабрҙә «Нефть химияһы территориаль кластеры — үҫеш стратегияһы» беренсе республика форумында үтте.

«Беҙ нефть химияһының тәүге территориаль кластерын, аҙ тоннажлы нефть химияһы, инжиниринг нефть химияһы, ҡорамалдар етештереүселәр кластерын булдырҙыҡ. Быларҙың барыһы ла берҙәм кластер, әммә кемдер ҡорамалдар, кемдер төҙөлөш менән ҡыҙыҡһына. Шулай ҙа был проектлау технологияларынан, ҡорамалдар һайлап алыуҙан, төҙөлөштән башлап хеҙмәтләндереүгә тиклем генераль подрядсы башҡарған берҙәм комплекс, — тип билдәләне төбәк Хөкүмәтенең вице-премьеры Дмитрий Шаронов. — Мәҫәлән, юлдар һалыуға конкурс ойошторғанда бөтәһе өсөн дә яуап биргән генераль подрядсының килеүен теләйбеҙ. Был ЕРС-килешеү тип атала».

Уның һүҙҙәренсә, бөгөн республикала бер нисә кластерҙа нефть химия эшкәртеү, төҙөлөш һәм хеҙмәтләндереү өсөн кәрәкле бөтә вәкәләттәр булдырылған.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, беренсе республика форумында Башҡортостан, Татарстан предприятиелары һәм ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша. Улар производствола инновациялы технологияларҙы ҡулланыу һәм үҫтереү тәжрибәһе менән уртаҡлаша.