10 декабрь, Шәмбе

03 декабрь 2015 йыл, 16:42

Әсәлек капиталы программаһы йәнә ике йылға оҙайтыла — Владимир Путин

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Әсәлек капиталы программаһы йәнә ике йылға оҙайтыла. Был хаҡта Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда Рәсәй Президенты белдерҙе.

«Бының бюджет өсөн ҡатмарлы икәнлеген аңлайбыҙ, әлбиттә. Элегерәк беҙ быны иҫәпләргә кәрәклеге хаҡында әйтә торғайныҡ. Проблемаларға ҡарамаҫтан, әсәлек капиталын түләй аласаҡбыҙ», — тип белдерҙе дәүләт башлығы.

Ғаиләләр бала тәрбиәләргә теләй, уларҙың киләсәгенә, иленә ышана һәм дәүләт ярҙамына иҫәп тота, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин. Әсәлек капиталы программаһы Рәсәйҙә, шул иҫәптән Ҡырымда һәм Севастополдә 6,5 миллиондан ашыу ғаиләне үҙ эсенә алды.

Башҡортостанда әсәлек капиталы тураһында закон тормошҡа ашырыла башлағандан алып бөтәһе 225346 дәүләт сертификаты бирелгән. 110631 кеше аҡсаны төп бурысты түләүгә, торлаҡ алыуға, 46327-һе кредит алмайынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, 5293-ө белем биреүгә, 639-ы сабыйҙы балалар баҡсаһына йөрөтөүгә тотоноу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән, 125 кеше аҡсаны хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөн булдырыуға йүнәлткән.