9 декабрь, Йома

03 декабрь 2015 йыл, 15:57

Торатауҙа Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәһе ҡорола

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда Ҡыш бабайҙың ҡунаҡ тирмәһе ҡорола. Ул Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ ауылында урынлашҡан. Тирә-йүндә майҙансыҡтар эшләйҙәр, Яңы йыл каникулдары ваҡытында Ҡыш бабай һәм уның ярҙамсылары ҡунаҡтарҙың күңелен асасаҡ.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, республика туроператорҙары ял итеү өсөн төрлө туристик маршруттар әҙерләгән. Унда Ҡыш бабайҙың тирмәһенә барыу ҙа ҡаралған.

«Мәҫәлән, Урал буйлап ҡаргиҙәрҙә сәйәхәтте, Башҡортостандың иң матур урындары буйлап атта, санала йөрөүҙе, изге урындарға, храмдарға, мәсеттәргә, мәмерйәләргә һәм тауҙарға барыуҙы үҙ эсенә алған маршруттар бар. Ял көндәрендә лә маршруттар буласаҡ», — тип һөйләнеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.