9 декабрь, Йома

03 декабрь 2015 йыл, 14:32

Өфөлә Фәриҙә Ҡудашеваға мемориаль таҡтаташ асыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 14 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә мәшһүр йырсы Фәриҙә Ҡудашеваға таҡтаташ асыла. Ул Октябрь революцияһы урамындағы 9-сы йортҡа ҡуйылған. Артистка оҙаҡ йылдар шунда йәшәгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, октябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһы мемориаль таҡтаташ ҡуйыу өсөн аҡса йыйыу тураһында иғлан иткәйне.

Был көндә, 14 декабрҙә, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған саралар уҙғарыла. Көндөҙгө сәғәт 3-тә Мосолман зыяратында йырсының ҡәберенә сәскәләр һалыу тантанаһы була.

Киске сәғәт 7-лә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында күренекле мәҙәниәт эшмәкәре Фәриҙә Ҡудашеваның ижадын һөйөүселәр өсөн «Фәриҙә моңдары — беҙҙең күңелдәрҙә» исемле юбилей кисәһе үтә. Унда Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары ҡатнаша. Улар йырсының репертуарындағы йырҙарҙы башҡарасаҡ. Әйткәндәй, дәүләт концерт залында уҙасаҡ концерт тәүҙә 15 декабргә филармонияла планлаштырылғайны, билеттар ғәмәлдә.

темалар: хәтер