7 декабрь, Шаршамбы

03 декабрь 2015 йыл, 13:28

Бөгөн Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

фото: Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Бөгөн, 3 декабрҙә, Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Унда киләсәккә ил үҫешенең төп йүнәлештәре билдәләнә. Был — Рәсәйҙең яңы тарихында 22-се һәм Путин өсөн 12-се Мөрәжәғәтнамә.

Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә Ҙур Кремль һарайының Георгий залында Президент йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Уны «Рәсәй» һәм «Беренсе» телеканалдары тура эфирҙа күрһәтә.

ТАСС мәғлүмәттәре буйынса, Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советы парламентарийҙарынан тыш, унда хөкүмәт ағзалары, Конституция һәм Юғары судтарҙың рәйестәре, Генераль прокурор, Үҙәк һайлау комиссияһы, Иҫәп палатаһы, Йәмәғәт палатаһы башлыҡтары, төбәк етәкселәре, төп конфессия башлыҡтары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырыла.

Президенттың бурысы — илдәге хәлгә баһа бирелгән, эске һәм тышҡы сәйәсәттең төп йүнәлештәре билдәләнгән мөрәжәғәтнамәне уҡып ишеттереү. Дәүләт башлығы һәр ваҡыт мөрәжәғәтнамәне әҙерләүгә ҙур иғтибар бирә, уның тексы, төп идеялары өҫтөндә эшләй.