8 декабрь, Кесе йома

03 декабрь 2015 йыл, 12:40

Башҡортостанға Латвияның рәсми делегацияһы килә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 14 декабрҙә Башҡортостанға эш сәфәре менән Латвияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Астра Курме етәкселегендәге Латвия  эшҡыуарҙары делегацияһы килә. Программала республика эшҡыуарҙары, Өфө хакимиәте вәкилдәре менән осрашыу, Башҡортостандың баш ҡалаһы буйлап экскурсия, «Әсә һәм бала» клиникаһына барыу ҡаралған.

«Башинформ» агентлығына делегация ағзаһы, «Салауат Юлаев» (Рига) Балтик буйы халыҡ-ара үҙәге идараһы рәйесе Рина Хәмитова хәбәр итеүенсә, ҡунаҡтар араһында Латвияның 12 предприятиеһынан 18 эшҡыуар буласаҡ. Иң ҙур ойошмалар — «Рига вагон эшләү заводы» акционерҙар йәмғиәте, Рәсәй-Европа сигендә терминал һәм склад, таможня брокеры хеҙмәттәрен тәҡдим иткән «AA Logistic» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Өфөгә хеҙмәттәшлек тураһында тәҡдимдәр менән ашлама етештереүсе һәм экспортлаусы «NPKExpert» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, тимер юлы буйлап йөк ташыу компанияһы — «SIGIS» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм башҡа предприятиелар киләсәк.

Делегацияла ҡатнашыусыларҙың күбеһе — банкирҙар һәм финансистар: AS Expobank, Bank M2M Europe AS, ABLV Consulting Services AS и АО «Baltic International Bank». Улар тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек алып барған бәләкәй, урта, ҙур сәнәғәт предприятиеларына, донъя сауҙа баҙарында эшләгән инвестиция холдингтарына үҙҙәренең продукттарын һәм хеҙмәттәрен тәҡдим итә. Аҡсаһын ҡиммәтле ҡағыҙҙарға инвестицияларға теләгән физик берәмектәр өсөн дә мәғлүмәт бар.

Бөгөн Латвия менән Башҡортостан араһында иҡтисад өлкәһендә генә түгел, шулай уҡ мәҙәни, фән, мәғариф өлкәләрендә бәйләнештәрҙе үҫтереүҙә юғары динамика күҙәтелә.