4 декабрь, Йәкшәмбе

03 декабрь 2015 йыл, 11:14

Республикала Билдәһеҙ һалдат көнөн билдәләйҙәр

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда, тотош Рәсәйҙәге кеүек үк, 3 декабрҙә Билдәһеҙ һалдат көнө билдәләйҙәр. 2014 йылдың ноябрь башында Рәсәй Президенты Владимир Путин Билдәһеҙ һалдат көнөн үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. 1966 йылдың тап ошо көнөндә Александр баҡсаһында фашист ғәскәрҙәре менән ҡаты алыштар барған Ленинград шоссеһынан килтерелгән билдәһеҙ һалдаттың ҡалдыҡтары тантаналы шарттарҙа ерләнгән. Ул саҡта Гитлер ғәскәрен Мәскәү өсөн алыштарҙа тар-мар итеүҙең 25 йыллығы билдәләнгән булған.

Байрам алдынан Өфөләге Еңеү паркында сәскәләр һалыу тантанаһы уҙҙы. Иҫтәлекле дата уңайынан Хәрби Дан музейында «Быуындар йөрәгендә — хәтер һәм ғорурлыҡ» тип аталған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо, унда ҡатнашыусылар ошо уҡ исемле федераль проектҡа йомғаҡ яһаны һәм республика эҙәрмәндәре эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен тикшерҙе. Осрашыуға Башҡортостан отрядтары командирҙары һәм уларҙың тәрбиәләнеүселәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл эшсәндәре, Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре килгәйне. «Хәтер вахтаһы-2015» йомғаҡтары буйынса әүҙем йәмәғәтселәр, эҙәрмәндәр Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Байрам алдынан Салауат ҡалаһында Ватанды һаҡлағанда һәләк булған ҡыҙылармеец Васидий Гудковтың исемен мәңгеләштереү буйынса тантана булды. Яугир 1942 йылдың декабренән хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән. 2015 йылдың 12 авгусында Тула өлкәһенең «Рубеж» эҙәрмән отряды Калуга өлкәһе Сметское тигән урында уның мәйетен таба. Шәхесен медальоны буйынса асыҡлайҙар. Геройҙың мәйетен хөрмәтләп ер ҡуйынына тапшырҙылар.

Ошо көндәрҙә республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында иҫтәлекле саралар ойошторола.