5 декабрь, Дүшәмбе

03 декабрь 2015 йыл, 9:50

Гөлфиә Иҙелбаева Башҡортостандың икенсе халыҡ шағирәһе исеменә лайыҡ булды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 3 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов шағирә Гөлфиә Иҙелбаеваға (Юнысоваға) «Башҡортостандың халыҡ шағирәһе» исемен бирҙе. Ул — республиканың ун бишенсе халыҡ шағиры, ҡатын-ҡыҙҙар араһында иһә икенсе булып ошо абруйлы исемде алды.

Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Иҙелбаева (Юнысова) — Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, республиканың Журналистар союзы ағзаһы. Әлшәй районының Һарыш ауылында тыуған. Гөлфиә Юнысованың «Миңә бары өс кенә» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1969 йылда донъя күргән. «Зәңгәр тубым», «Дома улыбаются», «Һандуғас моңо», «Йәйғор» йыйынтыҡтарына ингән балалар өсөн әҫәрҙәрендә автор сабыйҙар мөхитен һүрәтләй һәм балалар психологияһы белгесе булараҡ сығыш яһай. Һуңғараҡ шағирәнең шиғырҙары «Буҙ турғай йыры», «Өмөтөмдән юғалма», «Аҡ ямғыр» йыйынтыҡтарына инде. Уның әҫәрҙәре 25, шул иҫәптән азербайжан, белорус, грузин, ҡарағалпаҡ, рус, фин, япон телдәренә тәржемә ителгән. Шағирә үҙе башҡа илдәр авторҙарының шиғырҙарын башҡортсаға тәржемәләгән.

Гөлфиә Юнысова шиғырҙарына Нур Дауытов, Салауат Низаметдинов, Роза Сәхәүетдинова һәм башҡа композиторҙар 300-ҙән ашыу йыр ижад иткән. Уның «Осоп булмай ҡанатһыҙ» музыкаль комедияһы Сибай драма театрында ҡуйылды.