8 декабрь, Кесе йома

02 декабрь 2015 йыл, 17:52

Өфө һәм Силәбе компаниялары импортты алмаштырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек итә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфө һәм Силәбе компаниялары импортты алмаштырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерә. Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегендә «Башҡортостан ауыл хужалығы техникаһы» предприятиеһы һәм «Интегралл Групп» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселәренең эшлекле осрашыуы уҙҙы.

Яҡтар ике компанияның импортты алмаштырыу һәм продукцияны үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен барланы. Осрашыуҙың төп маҡсаты — төбәктәр араһында эшлекле бәйләнештәрҙе киңәйтеү. Вәкиллектә аңлатыуҙарынса, «Интегралл Групп» фирмаһының тракторҙар кабинаһы, запас частар эшләү оҫтаханаһы һәм механик эшкәртеү цехы бар. «Башҡортостан ауыл хужалығы техникаһы»ның коммерция директоры Винер Хәмиҙуллин Силәбе фирмаһы менән кәрәкле продукция әҙерләү буйынса килешеү төҙөргә ниәтләүҙәрен белдерҙе. Осрашыуҙа Башҡортостан биләмәһендә «Интегралл Групп» фирмаһының филиалдарын асыу һәм белгестәрҙе уҡытыу мәсьәләләре лә тикшерелде.

Винер Хәмиҙуллин төбәк-ара бәйләнештәр өлкәһендә үҙ-ара эш итеү күрше төбәктәрҙең иҡтисади хеҙмәттәшлеге өсөн стимул буласағына ышаныс белдерҙе.