Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Төбәк Башлығы энергетика һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларын ҡышҡа әҙерләү буйынса селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

2 декабрҙә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларын һәм электр энергетикаһы субъекттарын ҡышҡы осорға әҙерләү йомғаҡтары буйынса видеоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.

Премьер-министр әйтеүенсә, Рәсәйҙә йылытыу миҙгеле һәйбәт башланды.

– Күпселек төбәктәрҙә йылытыу миҙгеле башланған. Бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар юҡ. Яғыулыҡ запасы етерлек, ошо күрһәткес буйынса алда барабыҙ, – тине Дмитрий Медведев.

Йылылыҡ, һыу үткәргес һәм электр селтәрҙәре йылытыу миҙгеленә әҙер, тип билдәләне Хөкүмәт рәйесе. Уларҙың күбеһе йыл дауамында ремонтланған.

– Бөтә йорттар, йәки 8,5 миллион йорт ҡышҡа әҙер. Бөтә төбәктәр ҙә тиерлек был эште тулы күләмдә атҡарып сыҡҡан, – тип хәбәр итте Дмитрий Медведев.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының ресурстар өсөн бурысы Рәсәй энергетика комплексының төп проблемаһы булып ҡала.

– 1 сентябргә бурыс 130 миллиард һум самаһы тәшкил иткән, – тине Премьер-министр.

Хөкүмәт рәйесе төбәк властарына ошо бурыстарҙы бөтөрөү буйынса эште дауам итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек барышында Башҡортостанда 105 саҡрым йылылыҡ селтәрҙәре һәм 227 саҡрым һыу үткәргес селтәрҙәре алмаштырылған. Ун бер айҙа 891 күп фатирлы йортта ремонтлау эштәре тамамланған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларында хеҙмәткәрҙәр етерлек тупланған. Башҡортостанда бөтә йорттар һәм социаль объекттар йылылыҡ менән тәьмин ителгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть