3 декабрь, Шәмбе

02 декабрь 2015 йыл, 16:29

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 2 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, хеҙмәтләндереү өлкәһе, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идара итеү, социаль өлкә, экология, физкультура, фән һәм мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, киң мәғлүмәт саралары, әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәләрендә эшләгән 50 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр, рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

– Һеҙҙең барығыҙҙы ла ҡотлайым! Был наградаға үҙ хеҙмәтегеҙ менән лайыҡ булдығыҙ. Һеҙгә именлек, уңыштар, артабан да әүҙем эшләүегеҙҙе теләйем, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республикабыҙ һәм власть, муниципаль структуралар былтыр үҙ өҫтөнә алған бөтә социаль йөкләмәләрҙе үтәй. Беҙ бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡын арттырыу буйынса сараларҙы ғәмәлгә ашырасаҡбыҙ. Шуның менән Башҡортостандың көслө, уңышлы төбәк булыуын раҫлаясаҡбыҙ.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.