3 декабрь, Шәмбе

02 декабрь 2015 йыл, 15:52

Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 1 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов граждандарҙы ҡабул итте. Ике сәғәтлек аралашыу барышында республика етәксеһенә бер нисә ҡала һәм районда йәшәүсе кешеләр мөрәжәғәт итте. Ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса республика министрлыҡтары һәм ведомстволарына тейешле күрһәтмәләр бирелде.

«Алтын даға» ат-һауыҡтырыу реабилитация үҙәге директоры Виктор Подолько Башҡортостан Башлығына мэрияның Глумилин биҫтәһендә ер участкаһын биреү ваҡытын һуҙыуы хаҡында һөйләне. Унда ат спорты базаһын төҙөү күҙаллана. Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта проектты тормошҡа ашырырға ярҙам итергә әҙер инвесторҙар һәм энтузиастар бар.

Рөстәм Хәмитов объекттың проект документацияһы менән танышты һәм капиталь ҡоролма түгел, сираттағы ангар төҙөү планлаштырылыуын билдәләне. Был биҫтәнең комплекслы төҙөлөшөнә ҡаршы килә. Шуға бәйле республика етәксеһе ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялаловҡа хәлдең айышына төшөнөргә һәм үҙәк өсөн икенсе варианттар ҡарарға ҡушты.

Өфөлә йәшәүсе Рим һәм Артур Насировтар Төньяҡ автовокзалында автомобиль һәм хәрби техника музейын булдырырға тәҡдим итте. Улар эшләгән ойошмала музейға нигеҙ булырлыҡ ҙур коллекция тупланған. Бөтә экспонаттар ҙа төҙөк, парадтарҙа һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Бынан тыш, автовокзал бинаһында башҡа мәғариф һәм социаль объекттарҙы ла урынлаштырырға мөмкин.

Рөстәм Хәмитов был идеяны хупланы һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәновҡа музей асыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

Өфөнөң Киров районы Искино ауылында йәшәүсе Юлиә Ғүмәрова республика Башлығына яҡын-тирәләге ауылдарҙағы уҡыусыларҙы Өфө районы Булгаков ауылы лицейына йөрөтөү мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Уның әйтеүенсә, мәктәп автобустарының булмауы арҡаһында 100-ҙән ашыу уҡыусы мәктәпкә йөрөй алмай. Белем биреү учреждениеһына тиклем йәмәғәт транспортында барыу ҙа мөмкин түгел.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәновҡа мәктәп автобустарын һатып алыуҙы тиҙләтергә һәм уҡыусыларҙы йөрөтөү өсөн ваҡытлыса схема төҙөргә, ә Өфө мэры Ирек Ялаловҡа бер ай эсендә ҡалаға ҡараған ауылдарҙың халҡын транспорт менән тәьмин итеү өлкәһендә тәртип урынлаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.