Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Туймазы татар драма театры 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Туймазы татар дәүләт драма театрына — 25 йыл. Театр асылғандан алып ул Туймазы районы мәҙәни тормошоноң визит карточкаһына әүерелде һәм Башҡортостандың мөһим мәҙәни учреждениеларының береһе һанала.

Рус, татар, башҡорт драма сәнғәтенең бай традицияларына һаҡсыл мөнәсәбәттә булыу һөҙөмтәһендә театрҙың һәләтле коллективы милли мәҙәниәт үҫеше йылъяҙмаһына сағыу биттәр яҙҙы. 25 йыл эсендә театр сәхнәһендә йөҙҙән ашыу классик һәм заманса спектакль ҡуйылды.

Бөгөн театр Татарстанға, Мәскәүгә, Пермь крайына, Ульяновск, Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләренә, Ҡаҙағстанға гастролдәргә сыға, халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнаша. Ул илебеҙ биләмәһендә йәшәгән халыҡтар араһында дуҫтарса бәйләнештәрҙе нығытыуға ҙур өлөш индерә, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтендә.

Бөгөн, 2 декабрҙә, театрҙа юбилей сараһы уҙа. Киске сәғәт 6-ла башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть