5 декабрь, Дүшәмбе

02 декабрь 2015 йыл, 14:06

Баш ҡалала балалар йорттарын тамамлаусыларҙың V ҡала слеты уҙҙы

фото: Өфөнөң Опека һәм попечителлек идаралығы

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡорт дәүләт педагогия университетында балалар йорттарын тамамлаусыларҙың V ҡала слеты уҙҙы. Сараны «Ғаилә» психология-медицина-социаль үҙәге менән берлектә баш ҡаланың Опека һәм попечителлек идаралығы ойошторҙо.

Слет балалар йортон тамамлаусыларҙы ғына түгел, балалар йортонда һәм уларҙы алмаштырыусы ғаиләлә тәрбиәләнеүселәрҙе, уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы, балалыҡты һаҡлау өлкәһендә эшләгән белгестәрҙе берләштерҙе. Бындай осрашыуҙар йолаға әүерелгән, уларҙың төп маҡсаты — элекке тәрбиәләнеүселәрҙең социаль яраҡлашыу һәләтен юғалтмауын иҫкәртеү.

Белгестәр һәм тиҫтерҙәр менән аралашыуҙан тыш, иң яҡшы студенттар Өфө хакимиәте башлығы стипендиялары менән бүләкләнде. Хакимиәт вәкилдәре, педагогия университеты студенттары һәм уҡытыусылары уларҙы уҡыуҙағы һәм социаль-мәҙәни тормоштағы уңыштары менән ҡотланы. Сараларҙа әүҙем ҡатнашыусыларға Опека һәм попечителлек идаралығының рәхмәт хаттары тапшырылды.