9 декабрь, Йома

02 декабрь 2015 йыл, 12:07

2016 йылдан әсәлек капиталын алыусылар аҡсаны инвалид балаларҙы социаль яраҡлаштырыуға йүнәлтә ала

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2016 йылдан әсәлек капиталын алыусылар аҡсаны инвалид балаларҙы социаль яраҡлаштырыуға йүнәлтә ала. Рәсәйҙең Пенсия фонды сайтында хәбәр ителеүенсә, 2016 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инәсәк федераль законға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған.

Шуныһы мөһим: әсәлек капиталы аҡсаһы менән медицина хеҙмәттәре, шулай уҡ реабилитация саралары, техник реабилитация саралары һәм федераль исемлектә ҡаралған хеҙмәттәр өсөн сығымдарҙы ҡаплау планлаштырылмай.

Инвалид бала өсөн хеҙмәттәр алыу уларҙы күрһәтеү тураһында килешеүҙәр менән раҫланырға тейеш. Килешеүҙе ҡануниәттә билдәләнгән тәртиптә ойошма йәки шәхси эшҡыуар менән төҙөргә мөмкин.

Бынан тыш, әсәлек капиталын тәрбиәгә алынған инвалид балаларҙы социаль яраҡлаштырыуға йүнәлтергә була. Рәсәй Хөкүмәте социаль яраҡлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән тауарҙар һәм хеҙмәттәр исемлеген, әсәлек капиталы аҡсаһын йүнәлтеү ҡағиҙәләрен раҫлағандан һуң Пенсия фонды дәүләт сертификаттарына эйә булыусыларҙан ғаризалар ҡабул итәсәк.