Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ер участкаларын ҡуртымға биреүҙән төбәктең тупланма бюджетына 3 миллиард 694 миллион һум аҡса ингән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Ер участкаларын ҡуртымға биреүҙән төбәктең тупланма бюджетына 3 миллиард 694 миллион һум аҡса ингән. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы коллегияһы ултырышында уның башлығы Евгений Гурьев ошо хаҡта хәбәр итте. Министр ведомствоның ағымдағы йылдағы туғыҙ айлыҡ эшенә йомғаҡ яһаны.

Уның һүҙҙәренсә, ер участкаларын файҙаланыуҙан алынған килем республика бюджетын тулыландырыусы төп сығанаҡтарҙың береһе булып тора.

«2015 йылдың 1 октябренә республикала ер участкаларын ҡуртымға алыу тураһында 144 мең килешеү ғәмәлдә булған. Быйыл туғыҙ айҙа тупланма бюджетҡа 3 миллиард 694 миллион һум аҡса күсерелгән. Шуның 427 миллион һумы — республика бюджетына, 3 миллиард 267 миллион һумы муниципаль берәмектәрҙең бюджетына ингән», — тип билдәләне министр.

Ошо йылдың 1 ғинуарынан ер участкаларын ҡуртымға алыу килешеүҙәре буйынса ҡуртым ставкаларын индексациялау керемдең артыуына булышлыҡ иткән. Бында 6,5 процентҡа ҡулланыусылар хаҡы индексының күҙалланған күрһәткесе лә иҫәпкә алынған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть