4 декабрь, Йәкшәмбе

01 декабрь 2015 йыл, 18:21

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы Көнсығыштың бөйөк ҡатындары менән таныштырыуын дауам итә

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан ҡыҙы» журналының ноябрь һаны донъя күрҙе. Баҫма хәбәрселәре республикала йәшәүсе уңышлы, ҡыҙыҡлы һәм лайыҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ хаҡында яҙыуын дауам итә.

Данлыҡлы педагог, филология фәндәре докторы Зәйтүнә Шәрипованың исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. «Тәрән йылға тын аға» тип атаған уның хаҡындағы мәҡәләһен Гөлназ Ҡотоева. Ысынлап та, үҙ асыштары тураһында ҡысҡырып йөрөү уға хас түгел, әммә тәрән аҡылы, иплелеге, тынғыһыҙ хеҙмәте менән ихтирам һәм һөйөү яулаған Зәйтүнә Яхъя ҡыҙы. Күп яҡлы шәхестең күңел донъяһы, үткәне, бөгөнгөһө һәм әҙәбиәт, фән үҫеше хаҡындағы фекерҙәре күптәрҙе уйланырға мәжбүр итер, моғайын.

Башҡаларҙың йәшәйешен, хеҙмәтен, баһаһын, үҙ күңел нуры менән дә балҡытып, йәмәғәтселеккә еткерер оҫталыҡҡа эйә журналист һөнәре — иң ауырҙарҙың береһелер. Шундай тынғыһыҙ, ихлас, тырыш һылыу заттарҙан тележурналист Гүзәлиә Борханова ла. Уның эш даирәһе һәм тормошто ҡабул итеү серҙәре хаҡында Альбина Ғөбәйҙуллинаның «Йәйғорло яҙмыш» мәҡәләһендә танышырға мөмкин.  

Зиннур Йәрмөхәмәтовтың шәхесе Сибай, Урал аръяғы төбәгендә генә түгел, Башҡортостан кимәлендә лә билдәлеләрҙән һанала. Оҙаҡ йылдар ҡала хакимиәте башлығы булып эшләгән, һуңғы 16 йылда БДУ-ның Сибай институтын уңышлы етәкләгән уҙамандың исеме лә, эшмәкәрлеге лә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Оҫта етәксе, талапсан хужа Зиннур Ғөбәйҙулла улы шәхси тормошо хаҡында интервью биреүгә күнекмәгән. Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн тәғәйенләнгән баҫмаға сер итеп кенә ҡыҙыҡһындырған һорауҙарыбыҙға яуап бирергә ризалашты. Был турала Гөлдәр Яҡшығолованың «Ир баһаһы — изгелек» тигән яҙмаһында уҡый алаһығыҙ.

Журнал «Көнсығыштың бөйөк ҡатындары» тигән рубрикала исемдәре тарих йылъяҙмаһына ингән гүзәл заттарыбыҙ менән таныштырып килә. Рубриканы алып барыусы Гөлнара Хәлфетдинова был һанда монгол халҡының милли геройы Мандухай Сәсәндең сағыу яҙмышы, мәшһүр эштәре хаҡында бәйән итә.

Билдәле прозаик Факил Мырҙаҡаевтың 65 йәшлек юбилейы айҡанлы тәҡдим ителгән уның «Бурыс дәфтәре» тигән мәрәкәле хикәйәһе лә, Нәзирә Ишҡолова менән Наилә Кималованың «Ҡыҙҙар моңо» рубрикаһында баҫылған шиғри шәлкемдәре лә әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңеленә хуш килер.  

Яҙмышы халыҡ, республика яҙмышынан айырылғыһыҙ аҫыл ҡатындарыбыҙ бар. Гөлназ Ҡотоеваның «Фиҙаҡәрлек өлгөһө» тигән мәҡәләһендә шуларҙың береһе — СССР-ҙың мәғариф отличнигы, Башҡортостан халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре Ғәлиә Мөхәмәтйәнова хаҡында һүҙ бара.

«Гүзәл заттың күңел торошо ла, ғаилә тормошо ла, иң оло һөйөнөс — әсәлек бәхетен кисереүе, тимәк, был донъяла төп тәғәйенләнешен үтәй алыуы ла уның ҡатын-ҡыҙ һаулығына бәйле, тип яҙа «Сәләмәтлек — донъя бәрәкәте» тигән мәҡәләне әҙерләгән Альмира Кирәева. Баш ҡаланың 22-се дауаханаһының тәжрибәле табибы Гөлназ Нурғәлина биргән кәңәштәр ҡатын-ҡыҙҙарға үҙ сәләмәтлектәренә етдиерәк ҡарарға, һаулыҡтың донъя бәрәкәтен хасил иткән ҡиммәттәрҙән икәнен аңларға ярҙам итер.

«Ҡара ерҙә илаһи ожмах баҡсаһы тыуҙырған һәм миллионлы ҡала эсендә мөғжизәле йәшеллек оазисы сәскә атһын өсөн йән йылыһын йәлләмәгән мөләйем ханымдың күңел донъяһы ла гөлләмәләй сағыу һәм киң ҡоласлы», — был юлдар данлыҡлы Өфө лимонарийы етәксеһе Фәриҙә Садиҡова хаҡында. Альбина Ғөбәйҙуллинаның ошо егәрле шәхес менән ҡорған әңгәмәһе «Хозур баҡсаның бер гөлө» тип атала.

Журнал уҡыусылар яратып ҡабул иткән «Камиллыҡҡа ынтылыш» рубрикаһында драматик стилдә кейенеү үҙенсәлектәре тәфсирләнһә, «Тәмлекәс» рубрикаһында өйҙә колбаса бешерергә өйрәтерҙәр.