Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Михаил Бабич: «Милли ҡомартҡы һаналған Торатауға теймәү өсөн барыһы ла эшләнә»

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Бөгөн милли ҡомартҡы һаналған Торатауға теймәү һәм икенсе сеймал базаһын табыу өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Волга буйы төбәктәренең киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм баш мөхәррирҙәре менән осрашыуҙа ошо хаҡта белдерҙе. Сара бөгөн Түбәнге Новгородта уҙҙы.

«Башҡортостан сода компанияһы – ҙур яндырылған сода етештереү предприятиеһы. Ул Рәсәй баҙарының – 60, экспорт тауарҙарының 20 проценттан ашыуын биләй. Производствола 4,5 мең эшсе, дөйөм алғанда, 10 меңгә яҡын кеше эшләй. Оҙаҡ йылдар сеймал базаһы булған шихан 2019 йылда юҡҡа сығасаҡ. Әгәр сеймал проблемаһы хәл ителмәһә, беҙ предприятиены ғына түгел, шулай уҡ төрөктәр һәм американдар дәғүә итә башлаған яндырылған сода етештереүҙе лә юғалтасаҡбыҙ. Хәҙер улар үҙҙәренең производствоһын яңырта һәм баҙарға инергә әҙер», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Михаил Бабич.

Тулы хоҡуҡлы вәкил һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта икенсе сеймал базаһын һайлау буйынса ҙур эш башҡарыла. Ҡуштау тикшерелгән, Ғүмәр ятҡылығы өйрәнелә.

«Беҙ халыҡтың фекерен, Торатауға мөнәсәбәтен беләбеҙ. Әммә сәнәғәт объектының да проблемаһын аңлау мөһим. Миңә билдәле булыуынса, хәҙер Ҡуштауҙа һәм Ғүмәр ятҡылығы буйынса эш алып барырға кәрәк», — тине тулы хоҡуҡлы вәкил.

Ҡуштау ҙа һәйбәт вариант түгел, сөнки унда ял һәм туризм өсөн шарттар булдырылған, тип өҫтәне Михаил Бабич. Шуға күрә тулы хоҡуҡлы вәкил Ғүмәр ятҡылығының иң яҡшыһы булыуын билдәләне. Әгәр ыңғай һөҙөмтә алынһа, ул Башҡортостан сода компанияһы өсөн төп сеймал базаһы буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть