6 декабрь, Шишәмбе

01 декабрь 2015 йыл, 16:17

Башҡорт Википедияһы командаһы бөтә донъя викимарафонында лайыҡлы сығыш яһаны

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Күптән түгел «Wikipedia Asian Month» викимарафоны тамамланды. Бәйгелә популяр интернет-энциклопедияның 42 тел бүлеге ирекмәндәре ай буйына Азияға арнап яңы мәҡәләләр яҙҙы. Бөтә донъя «уҙышында» Башҡорт Википедияһы командаһы ла ҡатнашты.

«Халыҡ-ара сараларҙы ойоштороуҙа, унда ҡатнашыуҙа тәжрибәбеҙ булһа ла, донъя кимәлендәге викимарафонда беренсе тапҡыр көсөбөҙҙө һынаныҡ, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев. — Башҡортостан командаһының яҡынса һөҙөмтәләре ҡыуандыра: бер айҙа 17 волонтер 67 яңы мәҡәлә яҙған, бишәүһе тулыландырылған. Үҙҙәрен тәүгә һынап ҡараған Айбикә, Фирүзә Абдуллина, З.Әйле, Һәҙиә, Dina1965 айырылып торҙо. Марафон иҫәбенә беренсе һәм һуңғы мәҡәләне башлап яҙыусы мөхәррирҙәр индерҙе. Улар —  «Индонезия әҙәбиәте» һәм «Арал диңгеҙе» мәҡәләләре. Ҙур күләмле «Афған һуғышы» мәҡәләһе лә башлап яҙыусыныҡы. Уның «Ким Ир Сен» тип аталған ижади эше «Һайланма мәҡәлә» статусына лайыҡ булды һәм Башҡорт Википедияһының төп битендә урын алды. Башлап яҙыусы мөхәррирҙәргә тәжрибәле ирекмәндәр ярҙам итте. Викимарафонды ҡулға-ҡул тотоношоп үттек һәм был — иң мөһиме».

темалар: википедия