9 декабрь, Йома

01 декабрь 2015 йыл, 15:28

Баш ҡалала Маяковский скверы төҙөкләндереләсәк

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Баш ҡалала Маяковский скверы яңыртыласаҡ. Дөйөм алғанда, паркты ремонтлау ҡала бюджетына 50,5 миллион һумға төшәсәк.

Проект документацияһына ярашлы, скверҙа бик күп төҙөкләндереү эштәре ҡаралған. Подрядсы яңы асфальт һәм брусчатка түшәргә, ағастар ултыртырға, рулонлы газон һалырға, эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар, урналар ҡуйырға тейеш. Скверҙа 100 метрлыҡ яңы металл кәртә барлыҡҡа киләсәк. Эштәр 2016 йылдың яҙында — көҙөндә башҡарылырға тейеш.