Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөләрҙе кино төшөрөү серҙәренә өйрәтәсәктәр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

5 декабрҙә Өфөлә теләгән һәр кем кино хаҡында өс лекция тыңлай ала. «Башҡортостан» лайфстайл үҙәгендә режиссер Айнур Асҡаров, продюсер Гөлфиә Шәрипова һәм Planeta.ru краудфандинг майҙансығы вәкиле Василина Горовая үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Улар эште ниҙән башлау, ҡайҙан ресурс табыу хаҡында һөйләйәсәк. Спикерҙар фильм өсөн тема эҙләү, кино төшөрөргә әҙерләнеү, актерҙар менән эшләү, смета төҙөү, кинофестивалдәрҙә ҡатнашыу, краудфандинг, маркетинг кеүек мөһим мәлдәргә иғтибар итәсәк.

Айнур Асҡаров күптән түгел генә прокатҡа сыҡҡан «Әсә» фильмын төшөрөүе, оҫталыҡ дәрестәрен алып барыусылар «Күбәләк» ҡыҫҡа метражлы фильмының Рәсәй кинофестивалдәрендә лауреат булыуы тураһында бәйән итәсәк.

Оҫталыҡ дәрестәре киске сәғәт 7-лә башлана. Planeta.ru краудфандинг майҙансығы вәкиле менән скайп аша бәйләнешкә сығыу ҡаралған. Белешмә өсөн телефон: 8-963-143-68-29 и 266-45-43. Бында теркәлергә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть