6 декабрь, Шишәмбе

01 декабрь 2015 йыл, 11:26

Ҡытайҙың Рәсәйҙәге илселегендә Башҡортостан менән таныштырыу сараһы уҙҙы

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 30 ноябрҙә Ҡытай Халыҡ Республикаһының Рәсәйҙәге илселегендә Башҡортостандың сәнәғәт һәм туристик мөмкинлектәре менән таныштырыу сараһы уҙҙы. Унда эшлекле даирә вәкилдәре һәм рәсми кешеләр ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусыларға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының Рәсәйҙәге илсеһе Ли Хуэй сәләмләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.

– Саммиттарҙы яҡшы ойоштороу, урындағы халыҡтың ҡунаҡсыллығы Ҡытай һәм башҡа илдәрҙең делегацияһында ыңғай тәьҫир ҡалдырҙы, – тине илсе. – Һуңғы йылдарҙа республика Ҡытай менән төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлеген киңәйтә. Ҡатмарлы үҙгәрештәр заманында Ҡытай-Рәсәй мөнәсәбәттәре тарихта иң яҡшы осорон кисерә.

– Беҙ, ысынлап та, әүҙем эшләй башланыҡ, һуңғы ике айҙа республика һәм Ҡытай провинциялары араһында ҙур саралар ойошторҙоҡ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Тиҙҙән 10-дан ашыу проектты тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән металлургия заводы, ауыл хужалығы сеймалын эшкәртеү, аҙыҡ-түлек етештереү, төҙөлөш материалдары предприятиеларын төҙөү ҡаралған. Бынан тыш, Ҡытай эшҡыуарҙары беҙҙә мәҙәни үҙәктәр, сауҙа йорттары һалырға тәҡдим итә. Ошо проекттарҙың күбеһе 2016 йылда ғәмәлгә ашырыла башлаясағына бер ниндәй ҙә шик юҡ.

Ҡытай Халыҡ Республикаһы Башҡортостандың сауҙа партнерҙары араһында бишенсе урынды биләй. 2014 йылда республиканың Ҡытай менән тышҡы сауҙа әйләнеше 685,1 миллион доллар тәшкил иткән, ошо сумманың 79 проценты (541,5 миллион доллар) экспорт тауарҙарына тура килә.

Башҡортостандан Ҡытайға турбореактив двигателдәр, нефть һәм нефть продукцияһы, химия сәнәғәте продукцияһы, вертолеттар, көкөрт, бал һәм башҡа тауарҙар оҙатыла. Ә Ҡытайҙан насостар, электр ҡорамалдары, пластмасса әйберҙәр, торбалар, консерваланған йәшелсә һәм еләк-емеш, аяҡ кейемдәре һәм башҡа продукция килтерелә.

Башҡортостан Хөкүмәте менән Хэйлунцзян, Ляонин һәм Цзянси провинциялары хөкүмәттәре араһында хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеү төҙөлгән.