10 декабрь, Шәмбе

01 декабрь 2015 йыл, 9:42

Төбәктә йылы һауа торошо һаҡланасаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Был аҙнала Башҡортостанда йылы һауа торошо һаҡланасаҡ. Тәүге көндәрҙә яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы көндөҙ — 0-5, төндә 5-10 градус һалҡын буласаҡ.

1 һәм 2 декабрҙә синоптиктар епшек ҡар яуыуын фаразлай. Юлдарҙы еңелсә боҙлауыҡ ҡаплауы ихтимал. Көндөҙ 1 градус йылы, төндә 3-8 градусҡаса һалҡын буласаҡ.

Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итеүенсә, уҙған аҙнала төбәктә уртаса һауа температураһы норманан 4-5 градусҡа юғарыраҡ булған, был ошо осор өсөн аномаль йылы һауа торошо тип һанала. Ямғыр, епшек ҡар яуҙы, боҙлауыҡ булды, томан төштө, ҡайһы көндәрҙә елдең көсәйеүе күҙәтелде. Белгестәрҙең мәғлүмәттәре буйынса, республикалағы ошондай һауа торошона атлантик циклон сәбәпсе.