5 декабрь, Дүшәмбе

30 ноябрь 2015 йыл, 17:33

Баш ҡалала Музыкаль фестивалдә башҡорт композиторҙарының иң яҡшы әҫәрҙәре яңғыраясаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 8 декабрҙән 11-нә тиклем Өфөлә Башҡортостан Композиторҙар союзының 75 йыллығына арналған Музыкаль фестиваль ойошторола. Фестиваль концерттары Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙа.

8 декабрҙә программала Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Нариман Сабитов, Таһир Кәримов, Рәүеф Мортазин, Камил Рәхимов һәм башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Республиканың Милли симфоник оркестры иң яҡшы музыка өлгөләрен башҡарасаҡ.

8 декабрҙә — камера музыкаһы концерты. 10 декабрҙә йыр-моң һөйөүселәр республика Хор капеллаһы башҡарыуында хор өсөн башҡорт музыкаһын тыңлай ала. 11 декабрҙә өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендәге Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрының концертына саҡыралар.

Башҡортостан Композиторҙар союзы рәйесе Ләйлә Исмәғилева хәбәр итеүенсә, форум яңы талантлы әҫәрҙәрҙе асыҡларға ярҙам итәсәк, милли традицияларҙың үҙенсәлеген күрһәтәсәк һәм республикала иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға буласаҡ. Фестивалде ойоштороусылар — Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Композиторҙар союзы.