8 декабрь, Кесе йома

30 ноябрь 2015 йыл, 16:59

Өфө ҡыҙы «Мисс человечество-2015» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында иң яҡшы бишәү иҫәбенә инде

фото: «Мисс Башкортостан» модель агентлығы

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Мисс Башкортостан» агентлығы моделе Эльвина Исмәғилева «Мисс человечество-2015» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында иң яҡшы бишәү иҫәбенә инде. Бәйге 12 ноябрҙән 30-на тиклем Бейрут ҡалаһында (Ливан) уҙҙы. Унда Украина, Польша, Венесуэла, АҠШ, Сербия, Босния, Хорватия һәм башҡа илдәрҙән 50 һылыуҡай ҡатнашты. Өфө ҡыҙы Башҡортостан һәм Рәсәй исеменән сығыш яһаған берҙән-бер модель булды.

Жюри Эльвина Исмәғилеваны «Иң яҡшы костюм» номинацияһында билдәләне. Модель визаж буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, Ливандың иҫтәлекле урындары менән танышты.

Эльвинаға 21 йәш, ул Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында белем ала. 2013 йылда «Miss Globe International» бөтә донъя гүзәллек конкурсының финалына сыҡҡан, «Мисс Башкортостан-2013» республика бәйгеһенең икенсе вице-мисс титулына эйә.